28 июндә Республика йәштәр сәйәсәте министрлығы Ағиҙел яры буйында сара ойоштора. Бында төрлө уйындар, блогер һәм артистар менән осрашыуҙар ҡаралған. 29 июндә иһә ҡала хакимиәте Дуҫлыҡ монументы янында Йәшлек фестивале уҙғара. Ҙур концерт программаһы әҙерләнгән. Байрам сараларына бәйле ҡайһы бер урамдарҙа машина йөрөшө сикләнә. Йәштәр көнө июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнә.




