Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл 500-ҙән ашыу объектҡа арест һалынған. Улар 307 миллион һумға баһалана. Дәүләт менән ваҡытында иәҫпләшмәгәндәрҙе юлда ла туҡтаталар. Был осраҡта транспорт тартып алына. Мәжбүри саралар һөҙөмтәһендә граждандар 119 мең һум бурысын түләгән.




