Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. Ул район үҙәгендә урындағы эшҡыуарҙар менән осрашты. – Һаулыҡ мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам итеү проекты тураһында ҡыҙыҡлы тәҡдим булды. Предприятияның урыны һәм асылыу ваҡыты әлегә аныҡланмаған, урындағы хакимиәткә ике ай эсендә ҡоролмалар етештереү өсөн тейешле мөхит булдырыу бурысы ҡуйылды, тип яҙа Андрей Назаров.




