Башҡорт сәнғәте – Рәсәйҙең иң юғары театраль премияһы менән билдәләнде

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры Рәсәй милли театраль премияһынан бер юлы алты «Алтын битлек» алып ҡайтып килә. Төбәктәр араһында был иң күп награда. Республика өсөн дә рекорд. Быға тиклем беҙҙең театрҙар бер юлы был тиклем премия алғандары юҡ, тип яҙа социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров.

«Ай тотолған төндә» операһы бер юлы биш номинацияла «Алтын битлеккә» лайыҡ булған. «Иң яҡшы дирижер эше» номинацияһында Валерий Платонов, «Иң яҡшы ирҙәр роле» Василий Ефимовта, Ҡатын-ҡыҙҙарҙан иң яҡшыһы Любовь Буторина, Иң яҡшы рәссам-ҡораусы һәм костюмдар буйынса рәссам номинацияларының икеһен дә Екатерина Малинина яулаған. «Рахманинов, Ғүмер оҙонлоғондағы симфония» балеты иң яҡшы ирҙәр роле номинацияһында Сергей Бикбулатов менән еңеп сыҡты. Быға тиклем ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин дә «Театр сәнғәтен үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн» махсус призына лайыҡ булғайны. Тимәк, 2025 йылда беҙҙә 7 «Алтын битлек» . Был беҙҙең мәҙәниәт триумфы, коллективтарҙың юғары оҫталығын таныу, тип яҙған Радий Хәбиров.

Волна
Акции БСТ