Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды

Рәсәй төбәктәре вәкилдәре Өфөгә медицина өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне өйрәнергә йыйылды. Баш ҡалаға Мурманск, Ульяновск, Воронеж һәм башҡа өлкәләрҙән, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм мәғлүмәтләштереү буйынса үҙәге ғилми-тикшеренеү институтынан делегациялар килде. Майҙансыҡтарҙың береһе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы булды. Ҡунаҡтарға беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү эшен камиллаштырыу, һанлы трансформация һәм яһалма интеллект мөмкинлектәрен күрһәтеү практикалары ойошторолдо.

Республиканың төп дауаханаһында шулай уҡ телемедицина мөмкинлектәре күрһәтелде. Ул шуныһы менән уңайлы: табиптар менән осрашыу өсөн баш ҡалаға барырға кәрәкмәй, ә өйҙә ултырып ҡына ла күренергә була. Пациент эштә саҡта ла ҡабул итеүгә яҙыла ала. Оло йәштәгеләр өсөн был айырыуса уңайлы. Ике көн эсендә белгестәр медицина ярҙамының бөтә кимәлдәрен дә тикшерәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ