Башҡортостанда социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған ғаиләләргә gsm-модуль менән йыһазландырылған янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар тапшырыла башланы. Быға тиклем уны инвалидтар ғына ала ине. Хәүеф янаған осраҡта ҡоролмаға беркетелгән сим-карта ярҙамында яуаплы хеҙмәттәргә, ауыл советы хакимиәте һәм йорт хужаһына сигнал килә.
Программалау эше менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Ауырғазы районында ғына пилот проект буйынса ауыр тормош хәлендә булған дүрт ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе заманса ҡорамал тапшырылды. Шулай уҡ Ҡариҙел, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Мишкә һәм Өфө райондарында йәшәүселәр ҙә gsm-модулле ҡулайлама аласаҡ.



