Үҫешкә яңы көс һәм идеялар. Өфөлә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының «Стратегик резерв» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз программаһының республика этабы үтте.
Йәштәр көнөнә арналған сарала төрлө район-ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре - илленән ашыу кеше ҡатнашты. Улар хеҙмәт ҡануниәтендәге яңылыҡтар менән танышып, хеҙмәт һағы нигеҙҙәренә, хәүефһеҙлек техникаларына өйрәнде. Программаға ярашлы, әүҙем хеҙмәт йәштәре интеллектуаль уйындар буйынса чемпионатҡа йәлеп ителде.



