Сергей Зорин исемендәге танк батальоны полигонда оҫталығын камиллаштыра

Моторҙар геүләүе, солярка һәм яндырылған үлән еҫе. Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары теоретик белемдәрен практикала нығыта. Полигондағы күнекмәләр барышында танкистар оҫталыҡтарын камиллаштыра. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған экипаж ағзалары менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

125 миллиметрлы пушканың атыуы танк тирәһендәге ерҙе тиҫтәләгән метр радиуста тетрәндерә. Махсус хәрби операция биләмәһендәге полигондарҙың береһендә үҙ оҫталығын Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары камиллаштыра. Күнекмәләрҙә барыһы ла ысынбарлыҡтағы кеүек. Танк йәшерен позицияға сыға, һөжүм яһай һәм һауанан төҙәтеүҙәр көтә.

Шартлау тауышы, радиоалғыстаан команда, механик ҡысҡырыуы - былар бөтәһе лә танкистар тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Улар төрлө ҡатмарлыҡтағы маневрҙарҙы үтәй, ут асыу күнекмәләрендә ҡатнаша, танк агрегаттарын ремонтлауҙы үҙләштерә.

Айырым позицияла бронялы машина бер нисә минут ҡына тора. 3-4 тапҡыр атыуҙан һуң урынын алмаштыра, һәм был элементты экипаж автоматизмға тиклем камиллаштыра. Сөнки хәрәкәттең тиҙлеге һәм аныҡлығы дошмандың яуап утынан ҡотолоу мөмкинлеген бирә.

Танк - ул ҡеүәтле ҡорал ғына түгел, ә яугирҙарҙың ышаныслы юлдашы ла. Шуға күрә хәрби техника менән идара итергә өйрәнеү - яуаплы һәм мөһим бурыс. Һәр күнекмә танкистарҙы еңеүгә яҡынайта.

Инструкторҙарҙың хәрби тәжрибәһе ярҙамында ысын мәғәнәһендә юғары класлы белгестәр әҙерләнә. Командирҙарҙың ҡатылығына ла, йөкләмәләрҙең ауырлығына ла бер кем дә зарланмай. Сөнки танкистар Суворов принцибына тоғро ҡалып, уҡыуҙа ауыр, алышта еңел булырын яҡшы аңлай.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ