Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөн Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы. Яңылыҡ баш ҡаланың тарихи үҙәгенең 9 урамына ҡағыла. Түләүле урындар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Хаҡы - сәғәтенә 40 һум. Туҡталҡаларҙың тәүге эш көнөн БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте

Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшенә старт бирелде. Уларҙы асфальттағы пунктирлы күк һыҙаттар, «Парковка» һәм «Түләүле хеҙмәттәр» билдәһе буйынса танып була. Йәмғеһе 1 мең 118 машинаға иҫәпләнгән парковка урындары баш ҡала үҙәгенең Карл Маркс, Пушкин, Коммунистик, Чернышевский, Мостай Кәрим, Ленин, Киров, Достоевский һәм Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан.(графика) Уларҙың кәм тигәндә 10 проценты инвалидтар автомобиле өсөн ҡаралған.

парковка урыны өсөн махсус мобиль ҡушымта, интернет-сайт, банкомат, Сбер-онлайн һәм смс-хәбәрҙәр ярҙамында түләргә мөмкин. Уларҙың иң уңайлыһы - «Горпарковка» мобиль ҡушымтаһы тип иҫәпләйбеҙ. Унда түләүле урын тураһында бөтә мәғлүмәт бар, шунда уҡ икенсе тапҡыр автоматик рәүештә килеп сыҡһын өсөн автомобиль һандарын күрһәтергә һәм картаны беркетергә була. Шулай уҡ парковка сессияһы тамамланыр алдынан мобиль ҡушымта белдереү ебәрә.

Олег Хмарин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе

Парковка урыны өсөн килеп туҡтағас шунда уҡ, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Паркоматтарға килгәндә иһә, уларҙы урынлаштырыу ҡаралмаған. Башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһен өйрәнгәндән һуң, түләүҙәрҙең бер проценты ғына паркоматтар аша үтеүе, шуға ярашлы ҡоролмаларҙы һатып алыу, хеҙмәтләндереү күпкә ҡиммәтерәк килеп сығыуы асыҡлана. Түләүле туҡталыш зонаһы иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй, башҡа ваҡыттарҙа - төнгө сәғәттәрҙә, ял һәм байрам көндәрендә бушлай.

Ваҡытында түләмәгәндә автомобиль хужаһына мең ярым һумлыҡ штраф янай. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн льготалар ҡаралған. Ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған. Шулай уҡ дежурға махсус транспорт саралары сыға.

Барыһы ике машина эшләй, һәр беребеҙҙең айырым маршрут. Уртаса ваҡыт - 15-20 минут тәшкил итә. Барыһы ла юл хәленән тора. Машина камералар һәм планшет менән йыһазландырылған. Бар мәғлүмәт шунда уҡ серверға ебәрелә.

Марат Бикмәев

Автомобиль номерҙарын йәшерергә теләүсе, парковка урыны өсөн түләмәүсе граждандарға килгәндә иһә, ҡалаһы хакимиәте өфөләрҙең был мәсьәләгә яуаплы ҡарауына ышана. Юғиһә, язаны арттырыу, йәки тәгәрмәстәргә блокаторҙар ҡуйыу һорауы ҡараласаҡ. Түләүле парковкаларға бәйле һорауҙарҙы +7 (347) 246-68-66 диспетчер үҙәгенә шылтыратып белешергә мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ