Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә

Хәйбулла районында һыу ятҡылыҡтарындағы күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүсе саралар үтә. Һаҡмар йылғаһы буйында ойошторолған рейдта ҡотҡарыусылар һәм административ комиссия ағзалары ял итеүселәр менән әңгәмәләр уҙғарҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкәрмәләрен таратты. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәргә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар ҙа төҙөлдө. Бындай профилактик сараларҙы даими уҙғарыу ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ял итеүселәргә рөхсәт ителгән урында ғына һыу инергә, иң мөһиме балаларҙы яр буйында яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ