Башҡортостан Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенә ҡушылды. Бөгөн республиканың 60-тан ашыу төбәгендә вакасиялар йәрминкәһе ойошторолдо. Уларҙа 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма 14 мең тирәһе эш урыны тәҡдим итте. Баҙар шарттарында ҙур ихтыяж менән файҙаланылған һөнәрҙәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Мәшғүллек йәрминкәһе совет осорондағы баҙарҙарҙы хәтерләтә, ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ ҡайнап тора. Тик бында кейем-һалым йәки аҙыҡ-түлек түгел, ә эш урындары тәҡдим ителә. Эш биреүселәр ҙә, эҙләүселәр ҙә етерлек. Һуңғылары араһында юристар, иҡтисадсылар өҫтөнлөк итә. Серенада Әхмәҙишина йәрминкәгә улы Муса менән килгән. Улым 7 класта ғына уҡыуға ҡарамаҫтан һөнәр һайлау тураһында уйлана башланы, ә мин вакансиялар менән танышам, ти ул.
Йәрминкә майҙанында халыҡ-ара кимәлдә танылған ҡеүәтле компаниялар вәкилдәрен дә, республика предприятие-ойошмаларны да күрергә ммөкин. Иң ҙур ихтыяж эшсе һөнәрҙәргә һәм заман технологиялары менән идара иткән айти белгестәргә.
Иң мауыҡтырғыс экспозициялар уҡыу йорттарыныҡы. Был аңлашыла, йәш быуынды йәлеп итеү өсөн креатив, үҙенсәлекле алымдар талап ителә. Белем биреү учркеждениелары баҙар шарттарныда ҙур ихтыяж менән файҙаланылған яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштерә.
Йәрминкә майҙанында урта һөнәри белем биреү учреждениелары ғына түгел, юғары уҡыу йорттары ла үҙ экспозицияларын ҡуйған. Һәр береһенең йәштәргә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре бар.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, вакансиялар йәрминкәһе үҙенсәлекле майҙансыҡ. Бында һөнәр һайларға ла, эш урыны табырға ла була. Һәр кемдең белеменә, талабына , йәшенә ярашлы тәҡдимдәр табырға мөмкин.
Вакансиялар йәрминкәһе һөҙөмтәле майҙансыҡ булараҡ та танылған. Апрелдә үткән ошондай уҡ саранан һуң 3 меңдән ашыу кеше эш урыны тапҡан.
Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһе илдең барлыҡ субъекттарында ла үтә. Башҡортостанда был сара 62 муницмпаль берәмектә ойошторолған, йәрминкә майҙансыҡтарында 600-ҙән ашыу эш биреүсе 14 мең вакансия тәҡдим итә. Мәшғүллек сараһы «Кадрҙар» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Ул һөнәр һайларға, эш урыны табырға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Рәмзиә Кәримова



