Алексей Касьянов Өфө студенттарына дипломдар тапшырҙы һәм фәнни үҫеш хаҡында һөйләне

Тотош курс менән ҡыҙыл дипломға! Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов төбәктең юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты. Һүҙ Волга буйы федераль округында һәм Башҡортостанда йәштәргә үҫешергә ярҙам иткән фәнни-мәғариф үҙәктәрендә заманса инфраструктура булдырылыуы, йәмәғәт проекттарының тотош бер спектры эшләүе хаҡында барҙы. Шулай уҡ осрашыуҙа Алексей Касьянов Дәүләт идараһы кесе академияһы сығарылышы студенттарын тәбрикләп, дипломдар ҙа тапшырҙы.

Быйыл Дәүләт идараһы кесе академияһында 23 егет һәм ҡыҙ тамамлай. Барыһы ла ҡыҙыл дипломға. Улар федераль һәм республика хөкүмәте структураларында практика үткән, билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрендә белем алған. Йәш белгестәр Башҡортостандың һәм Волга буйы федераль округының кадрҙар резервына инә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ