Йәй айҙары мәғариф усаҡтары өсөн ҡыҙыу ремонт осоро. Сөнки булдырылған уңайлыҡтар, яңы шарттар балаларҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп башҡарыла. Баймаҡ районы балалар баҡсаларындағы төҙөкләндереү эштәре хаҡында киләһе сюжетта.
Ҡуянтау ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тырыш, үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ярты быуат элек асылған был учереждение таҙа, бөхтә. Бинаның алды гөл‐сәскәгә күмелгән, йәшелсә баҡсаһы үҫтерелә. Әле улар алдында ике аҙна эсендә йоҡо кәрәк-яраҡтарын киптереп, тәҙрә ҡорғандарын йыуыу, стеналарҙы аҡлау, иҙәндәрҙе буяу эштәре тора.
Баймаҡтағы «Миләш» балалар баҡсаһы ла ике аҙналыҡ косметик ремонтҡа ябылды. Хеҙмәткәрҙәр коридор стеналарындағы һүрәттәрҙең буяуҙарын яңырта, аҡлай һәм уйын майҙансыҡтарында матурлыҡ тыуҙыра, биләмәләр төҙөкләндерелә.
Мәғариф учереждениеларының әҙерлеге төрлө ведомство вәкилдәренән торған район ҡабул итеү комиссияһы тарафынан тикшерәләсәк. Һәм август аҙағында үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһендә уларҙың эштәренә йомғаҡ яһалып, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнәсәк.



