Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. 2023 йылда Алина контракт төҙөп Луганск республикаһына китә. "Игла" ҡушматлы табип яралы һалдаттарҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡас ул волонтерлыҡ эшкәрлеген алып бара. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ медицина университетында тактик медицина үҙәген етәкләй, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. "Башҡортостан геройҙары" программаһы быйыл февраль айында старт алды. Төп маҡсат махсус хәрби операция ветерандарынан власть органдары һәм предприятиеларҙа эшләү өсөн резерв әҙерләү тине Радий Хәбиров.




