Республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрендә сығарылыш класс уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын йәштәрҙең тормошондағы мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Быйылғы уҡыу йылында республикала 15 мең ун беренсе һәм 52 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы аттестат алды. «Улар - республиканың һәм илдең киләсәге», - тип, Радий Хәбиров балаларға һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләне.



