Баш ҡалала үткән сираттағы рейд барышында автоинспекторҙар транспорт сралары конструкцияһына үҙгәрештәр индереү, тауыш кимәленең норматив талаптарын боҙоу осраҡтары һәм транспорт сараларының техник торошона иғтибар иткән. Асыҡланған етешһеҙлектәр өсөн водителдәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Тауыш нормаларын боҙоусыларға шулай уҡ законһыҙ аҙымдарын туҡтатыуҙы талап иткән ҡағыҙҙар тапшырылған. Транспорт саралары махсус туҡталҡаға оҙатылған. Киләсөктә бындай рейдтар Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа район-ҡалаларында ла дауам итәсәк.



