Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге биләмәнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө - 50-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙың күбеһе дүртенсе-бишенсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә яҡындарынан посылкалар алып китеүселәр ҙә бар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу ярҙамы сараһы ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ