Берҙәмлектә - көс, берҙәмлектә - еңеү! Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте. Тиҫтәләгән йөк машинаһына яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр тейәлгән. Был ярҙам халҡыбыҙҙың берҙәмлеген, иғтибарын һәм хәрбиҙәргә булған ихтирамын күрһәтә. Ватан һаҡсыларына тәғәйенләнгән ылауҙы БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.
Яу яланында йәрәхәтләнгән хәрбиҙе тиҙ арала тылға сығарыу бик мөһим. Һәр минут алтынға торошло булғанда был уның иҫән ҡалыу мөмкинлеген арттыра. Шуға ла Илеш районы студенттары тактик эвакуация арбаһы эшләгән. Был ҡоролма еңел, әммә ныҡлы материалдарҙан йыйылған.
Илештәр Башҡортостандан оҙатылған 153-сө гуманитар ылау составында Донбасҡа килеп етте. Колонна яугирҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр: машиналар, дрондар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, эсәр һыу һәм дарыуҙар тейәгән.
Төрлө типтағы 700-ҙән ашыу хәрби дрондан торған партия яугирҙар өсөн айырыуса әһәмиәтле. Уларҙың күбеһе Башҡортостанда етештерелгән fpv-квадрокоптерҙар. Был заманса ҡорамалдар фронт һыҙығында хәлде күҙәтеү, дошмандың позицияларын асыҡлау һәм аныҡ һөжүмдәр яһау мөмкинлеген бирә.
Колоннала Сибай, Әлшәй, Бөрө, Белорет, Дыуан һәм Шишмә райондарынан да адреслы ярҙам килтерелде. Урындағы халыҡ яҡташтарына запас частар, аҙыҡ-түлек, бал һәм инструменттар оҙатҡан. Әммә яугирҙар өсөн, әлбиттә, туғандарының хаттары һәм посылкалары айырыуса ҡиммәтле.
Республика артабан да хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам килтереүҙе дауам итәсәк. Халҡыбыҙ берҙәм булып, илебеҙҙең именлеге һәм ватан һаҡсыларының хәстәрлеге тураһында ҡайғыртыуын күрһәтә.
Илдар Байбулатов



