Рәсәй президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Дәүләт идараһы докторы» идарасы кадрҙар әҙерләү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл Башҡортостан «Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр балансы» күсмә модулен уҙғарыу майҙансығы булараҡ һайлап алынған, өс көн дауамында тап ошо тематика буйынса республика тәжрибәһе өйрәнелә. Ҡунаҡтарға шулай уҡ төбәктең иҡтисади ҡеүәте лә күрһәтелде. «Өфө» индустриаль паркында ойошторолған экскурсия барышында улар биш предприятие эшмәкәрлеге менән танышып, етештерелгән продукция, экспорт мөмкинлектәре, ҡулланылған дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт алды.



