Баймаҡ районында йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ үҫешә

Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән шифалы, тәмле ҡымыҙ төбәктә генә түгел, күрше өлкәләрҙә лә дан ала. Төбәктә халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ата-бабаларҙан ҡалған технологияларға таянып, күңел һалып эшләнә. Райондың ҡымыҙ етештереү оҫталарының береһе булған Алтынбаевтар ғаиләһе тап шундайҙарҙан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Буранбай ауылында тыуып үҫкән Хәлим Алтынбаев һәм ошонда ерегеп ғаиләһе менән матур донъя көтә. Ҡатыны Мәүлиҙә менән 40 йылға яҡын татыу ғүмер итеп өс балаға ғүмер биреп үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Тырыш, татыу ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. Хәлим Рамаҙан улы 2016 йылдан алып эргә тирәләге ауылдарҙан һөт йыйып «Мәләүез һөт» комбинатына тапшыра.

2015 йылдан алып ғаилә ныҡлап ҡымыҙ етештерә башлай, ғаилә хужалығы булдырыла. Донъя көтә башлағанда атаһы биргән Йондоҙ ҡушаматлы бейәнән башланған был шөғөл бөгөн яраЙһы уҡ үҫешкән. Әле хужалыҡта 5 һауын бейәһе бар, көнөнә өс тапҡыр ҡул менән һауыла. Улар өсөн махсус урындар, ялан кәртә эшләнгән. Йорт хужаһы Мәүлиҙә апайға ҡымыҙ бешеү аппаратын эшләтеп биргән. Был уның көндәлек эшен күпкә еңеләйтә.

Хәлим Алтынбаев йылҡы тотоуҙың бөтә нескәлектәрен яҡшы белә. «Уларһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем», ти. Йүнсел хужаның ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙәрләү өсөн техникаһы ла көйлө. Һәр эште бергәләп башҡарған Алтынбаевтар күпләп мал аҫрау ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ