Яҡташыбыҙ, Мәскәү композиторы һәм йырсы Земфира Баймырҙина башҡарыуында «Ай-һай, Уралым» йыры Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газмановтың «Шишмәләр» Бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы 125 йыры исемлегенә ингән. Алдараҡ конкурсҡа тәҡдим ителгән әҫәр бөтә донъя интернет платформаһына ла ҡуйылғайны.
«Ай-һай, Уралым» йырының һүҙҙәре һәм көйөн дә Земфира Баймырҙина үҙе яҙған. Яңы әҫәрҙе ижад итеүҙә Учалы районында йәшәгән әсәһе лә ярҙамға килә. Йырға популярлыҡ Земфира уны Леонид Якубовичтың «Мөғжизәләр яланы» программаһында башҡарғас килә. Тап ошо тапшырыуҙан һуң конкурстың музыкаль етәксеһе Марина Лебедева яҡташыбыҙҙы ижади бәйгегә саҡыра. Олег Газманов етәкселек иткән конкурстың маҡсаты илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән талантлы кешеләрҙе асыҡлап уларҙың ижади һәләтен артабан үҫтерергә ярҙам итеү. Олег Газмановтың «Шишмәләр сылтыраһа, Рәсәй йөрәге лә тибер» тигән һүҙҙәре конкурстың девизы итеп алынған. Күренекле йырсы, бәләкәй шишмәләр оло һыулы йылғаларҙы туйындырған кеүек, Земфира Байимырҙина кеүек илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән сыҡҡан талант эйәләре уның музыкаль күген байытасаҡ тигән фекерҙә.




