Бөгөн Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең барлыҡ тәбәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә лә төрлө саралар уҙҙы. Баш ҡаланың Ағиҙел яры буйы байрамдың төп майҙансығына әйләнде. Ҡунаҡтар өсөн виртуаль уйын һәм аниме-косплей зоналары, сауҙа итеү майҙансыҡтары эшләне, төрлө конкурстар ойошторолдо, йәштәр араһында билдәле блогерҙар һәм артистар менән осрашыуҙар үтте. Шулай уҡ бай музыкаль программа ла әҙерләнгәйне. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Йәштәр көнө - йылдан-йыл илдең бөтә быуындарын, халыҡтарын, төбәктәрен һәм индустрияларын берләштергән байрам. Ул ғәҙәттәгесә, июндең һуңғы шәмбеһенә тура килгән көндө билдәләнә. Был уңайҙан баш ҡаланың һәр районында төрлө саралар үтте. Әммә күпселек халыҡ байрамдың төп майҙансығы - Ағиҙел яры буйында йыйылды.
Байрам "Бел. Ярат. Ғорурлан. Арттыр" девизы аҫтында ойошторолдо. Концепция дүрт төп аспекты берләштерә: ил тарихын белеү, атай-олатайҙарыбыҙ, традицияларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ, тыуған ергә һөйөү һәм илебеҙҙең ҡаҙаныштарын арттырыу. Ағиҙел яры буйында төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолдо.
Интерактив уйындар, ижади берләшмәләр, кибер, фудкорд зонаһы, махсус хәрби операцияға арналған майҙансыҡ, тематик күргәҙмәләр, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре эшләне.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Волга буйы федераль округының иң күп йәштәр йәшәгән төбәге булып һанала. 2021 йылда Башҡортостанда алып барылған йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу айырым власть органына йөкмәтелде, ә быйыл ул министрлыҡ итеп үҙгәртелде. Башҡортостан башлығы тарафынан да йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Радий Хәбиров даими рәүештә йәштәр менән асыҡ диалог форматында осраша. Шулай уҡ республикала тәүгеләрҙән булып Йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәре көнө раҫланды.
Байрам музыкаль программа менән байытылды. Йәштәр өсөн Elman, BABY Ti, Марат Яруллин һәм башҡа артистар сығыш яһаны. Сараның хедлайнеры - миллиондарса тамашасының һөйөүен яулаған Нефтекама ҡалаһынан "Бонд с кнопкой" төркөмө.
Байрам саралары йәкшәмбе лә дауам итә. Дуҫлыҡ монументы аҫтындағы причал майҙансығында Йәштәр фестивале ойошторола. Унда баш ҡала хакимиәте башлығы кубогына брейк-данс буйынса турнир үтәсәк, шулай уҡ йәрминкә зоналары эшләйәсәк. Майҙансыҡтар эше төшкө сәғәт икелә башлана.
Әлфинә Килдейәрова



