Киләһе аҙнала Өфө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттарҙың ғилми берләшмәләре Съезын ҡабул итә. Унда ҡатнашыуға ике меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Сара барышында төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк, шулай уҡ 5-се Йәш ғалимдар конгрессы программаһына тәҡдимдәр ҡабул ителә. Съездың әһәмиәте, һәм Башҡортостанда йәш ғалимдарға булдырылған мөмкинлектәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.



