Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары балл йыйған уҡыусы тәбрикләнде. Алексей Лобов өс фәнде лә йөҙөшәр балға яҙып, 300 балл туплауы тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Был республика тарихында тәүге күренеш. Тантанала Алексей белем алған Өфөнөң 153-сө лицейы директоры һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Педагогтар билдәләүенсә, Алексей бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырмаған, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан.
Алексей айырыуса теүәл фәндәрҙе ярата. Киләсәктә мәғлүмәт технологиялары йүнәлеше буйынса белем алырға теләй. Юғары һөҙөмтәләргә эйә булыуына ҡарамаҫтан, ул әлегә уҡыу йортон һайламаған. Әгәр егет Башҡортостан университеттарының береһенә уҡырға инһә, Алексейға махсус стипендия түләнәсәк



