«Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт штабында йәш сәйәси лидерҙар менән осрашыу үтте

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында «ПолитЗавод» федераль мәғариф проектында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте. «ПолитЗавод»- сәйәси әүҙем йәштәрҙе артабан республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү өсөн асыҡ конкурс майҙаны. Осрашыу барышында унда ҡатнашыусылар власть вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

Партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Руслан Насретдинов белдереүенсә, әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәйҙең» кадрҙар резервын тәҡдим иткән йәштәрҙең идеялары һәм башланғыстары партия һәм илебеҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә. Партия әүҙем йәштәр менән власть органдары вәкилдәренең осрашыуҙарын артабан да дауам итәсәк. Партия етәкселеге тап ошондай форматта осрашыуҙар алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең сәйәси әүҙемлеген арттырыу менән бер рәттән, көнүҙәк мәсьәләләр һәм тәҡдимдәрҙе уртаға һалып тикшереү мөмкинлеге лә бирә тигән фекерҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ