Шишмә районындағы «Турахан» визит-үҙәге лә «Дәүләт идаралығы докторы» программаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Күсмә уҡыуҙар барышында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр Башҡортостандың идара итеү, тарихи-мәҙәни һәм конфессия-ара өлгәләге тәжрибәһен өйрәнә. Быға тиклем улар Республика менән идара итеү үҙәге, «Торатау» геопаркында булды, «Өфө мунсағы» һәм индустриаль парк менән танышты.
Программала ҡатнашыусылар Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы визит-үҙәген, Турахан кәшәнәһен күрҙе. Шулай уҡ, майҙанда музей комплексы, Башҡорт аты үҙәге һәм шифахана төҙөү пландары менән танышты. Экскурсия һәм аралашыуҙан тыш, ҡунаҡтар Башҡортостандың идара итеү командаһы вәкилдәре менән кейстарҙы хәл итте.



