Мишкә районында «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтте. Мәртәбәле сара Башҡортостан район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары иғтибар үҙәгендә булды. Фестивалдә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, төрлө минстрлыҡ-ведомстволар тарафынан халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелде. Берҙәмлек һәм илһөйәрлек байрамы хаҡында киләһе сюжетта.
«Ер ҡото» фестивалендә махсус хәрби операция яугирҙарына һәм ҡаһарман быуын тәрбиәләгән ата-әсәләргә хөрмәт һәм ихтирам күрһәтелде. Яҡташтарыбыҙ араһында ирекмәнлек эше менән әүҙем шөғөләнеп, Еңеүҙе тылда яҡынайтыусылар ҙа күп, берҙәмлек һәм рух ныҡлығы өлгөһө улар... Сәхнәлә сығыш яһаусылар ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы тарафынан ойошторолған фестивалде быйыл Мишкә районы ҡабул итте. Урындағы хакимиәт менән берлектә сараны юғары кимәлдә ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарылған. Майҙанда Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә йыйылды
Фестивалдә эшҡыуарлыҡ буйынса мәғариф программалары тураһында мәғлүмәт еткерелде, эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, төрлө тренингтар уҙғарылды. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының юридик десанты тарафынан 250-ән ашыу һорау ҡабул ителгән, уларҙың күп өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре, социаль ярҙам саралары, реабилитацияға бәйле ине. Ошонда уҡ психологик һәм медицина ярҙамы ла күрһәтелде. Теләүселәрҙе халыҡ табиптары ла ҡабул итте.
«Ер ҡото» фестивале тәүге йыл ғына ойошторолмай. Быйыл ул дүртенсегә үтте.
Фестивалдә йәш шайморатовсылар һәм йәш армеецтар өсөн батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнашһа, хәрби бәрелештәр ветерандары адаптив спорт төрҙәре буйынса ярыштарға йәлеп ителде. Көн дауамында үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны, биләмәлә декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, кәсепселәр йәрминкәһе эшләне. Фестивалдә һәр йылдағыса «Ҡорбан ашы» бешерелде, коллектив намаҙ уҡылды. сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, «Ер ҡото»ноң көсө шүлай, тап - берҙәмлектә.
Гөлназ Хәйбуллина



