Батыр иҫтәлегенә. Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия подполковнигы, бихисап ордендар һәм миҙалдар кавалеры Исхаҡ Ғүмәровтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Геройҙың данлы яу юлын уҡыусылар өйрәнгән.
Мәмбәт башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлдәр Юнысова ошо ауылда тыуып үҫкән, тәүге хеҙмәт юлын бында башлай, артабан хәрби уҡыу йортон тамамлап, үҙенең 1050 полкы менән Гитлерҙың бункерын - Рейхканцелярияны алған Исхаҡ Ғүмәров тураһында 2016 йылдан ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Уның тормошо, һуғышта үткән юлын өйрәнә. Туғандары, геройҙы яҡындан белгән ауылдаштары менән осраша. Уҡыусылар менән эҙләнеү эше алып бара һәм батыр тураһында халыҡ күберәк белһен, ишетһен тигән маҡсатта тыуған ауылында хәтер кисәһе үткәрергә ҡарар итә.
Сарала геройҙың туғандары, район хакимиәте вәкилдәре, Сибай институты ғалимдары, тарихсылар ҡатнашты. Улар үҙ сығыштарында Исхаҡ Ғүмәровтың ысынлап та бик уникаль кеше булыуын һәм тап уның етәкселегендәге полк Гитлерҙың империя канцелярияһын яулап алып, Еңеү байрағын ҡаҙауы Бөйөк Еңеүгә хәл иткес өлөш индереүе хаҡында һөйләне.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ, тарихсы-краевед Буранбай Күсәбаев Исхаҡ Иҙрис улына СССР заманында бирелмәгән Герой исемен Мәмбәт ауылы, район халҡы менән ҡуҙғатып, власть органдарына мөрәжәғәт хаты төҙөү тәҡдиме менән сыҡты һәм ул берҙәм хупланды, сөнки ҡаһарман яугирыбыҙ быға ысынлап та лайыҡ.



