Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватан һаҡсылары йылына арналған сара «Бәйге» ярышын да үҙ эсенә алды. Атап әйткәндә, бесән төргәген әйләндереү, төрлө ҙурлыҡтағы бүрәнәләрҙе күсереү, арҡан тартыу кеүек һынауҙар әҙерләнгәйне. Шулай уҡ «Табын батыры» менән «Табын һылыуы» конкурсы ла үтте. Бынан тыш «Урал батыр» эпосын яҙҙырып алыуҙың 115 йыллығына бағышлап йәш сәсәндәр кисәһе ойошторолдо. Сара етенсе тапҡыр йәштәрҙе берләштереү һәм үҫтереү майҙансығына әйләнде. Ике көн барған байрам аҙағында «Табын-фест» штандарты Архангел районына тапшырыды.



