Йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән проектта 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар-малайҙар ҡатнаша. Этап муниципаль кимәлдә еңеү яулаған иң яҡшы 23 команданы осраштырҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар биш дисциплинала - һыҙыҡ уйнау, гимнастика, резинка аша һиккереү,спорт скакалкаһын ҡуллана белеү кеүек йүнәлештәрҙә көс һынашты.
Миҙалдар дүрт йәш категорияһында уйнатылды. Турнир еңеүселә ре булып Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Мәләүез һәмТуймазы райондары коллективтары танылды. Төбәк этабы еңеүселәре Бөтә Рәсәй стартына юллана. Ярыш август уртаһында Красноярскиҙа үтә.



