Өфө медицина колледжы студенттарына диплом тапшырылды

Һөнәргә юл асылған мәл. Бөгөн Өфө медицина колледжы студенттарына диплом тапшырылды. Тантана баш ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Быйыл уҡыу йортон 522 уҡыусы тамамлай, уларҙың 200-ҙән ашыуы ҡыҙыл дипломға эйә булды. Аҡ халатлыларҙың киләсәккә маҡсаттары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.

Конспект, йоҡоһоҙ төндәр, практика, имтихандар артта... Һаулыҡ һаҡлау тармағы һөнәрен һайлаған егет-ҡыҙҙар өсөн бөгөн тантаналы һәм көтөп алынған мәл. Сығарылыш курс студенттары ҡулдарына диплом алып һөйөнә. Был ҡыуаныслы ваҡиғанан йәш белгестәрҙең атай-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары ла ситтә ҡалмаған.

Аҡ халатлыларҙың эше даими үҫеш талап иткән һөнәр. Шуға күрә сығарылыш курс студенттарының күбеһе уҡыуын артабан дауам итергә ниәтләй. Камилә Гәрева, мәҫәлән үҙен балалар табибы итеп күрә.

Тантанаға барыһы ла етди әҙерләнгән. Сағыу күлдәктәр, сәскә гөлләмәләренән күҙҙәр ҡамаша. Был шатлыҡлы минуттарҙы һәр кем фото, видеоға теркәргә ашыға.

Урта һөнәри белемде гел бишлегә тамамлаған 205 сығарылыш уҡыусыһы колледждың айырым ғорурлығы. Ҡыҙыл дипломдарҙы белем усағының директоры тапшырҙы. Өфө медицина колледжында 7 йүнәлеш буйынса төплө белем бирелә. Дауалау, акушерлыҡ, медицина-профилактика, шәфҡәт туташы, лаборатория диагностикаһы, фармация һәм медицина массажы.

Диплом - ҡағыҙ киҫәге генә түгел. Белемде һәм оҫталыҡты раҫлауҙан тыш, ул һөнәри донъяға инеү өсөн йүнәлтмә лә булып та тора. Тантана аҙағында медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә тоғро ҡалырға ант бирҙе.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ