Йыйында ил төбәктәренән, Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ғалимдар ҡатнаша. Шулай уҡ Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан вәкилдәр була. Унда фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу, асыштарҙы ҡулланыу, фәнде таныу мәсьәләләре ҡарала. Башҡортостан фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина һөйләй.
Йәш ғалимдар һәм студенттар берләшмәһе съезы федераль фән һәм юғары белем биреү министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.




