Был турала "Газпроммежрегионгаз" йәмғиәтенән хәбәр итәләр. Һуңғы биш йылда 2 мең километрҙан ашыу газ торбалары һалынған. 181 ауыл һәм ҡалаға зәңгәр яғыулыҡ үткән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, баҡса йорттарын газға тоташтырыу мөмкинлеге бар. 20 районда 15 мең баҡса йортона торбалар һуҙырға була.




