Балтас районы Штәнде ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Ришат Фәхруллин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Таш һын һалдат белем алған мәктәп диуарына беркетелде. Яугир 2023 йылдың апрелендә алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк була. Ришат Фәхруллиндың ҡаһарманлығы “Бахмутты алған өсөн”, “Бахмут өсөн яуҙа ҡатнашҡаны өсөн”, “Ҡара тәре” миҙалдары һәм “Батырлыҡ өсөн” алтын тәре менән билдәләнә. Үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” орденына күрһәтелә.




