Бер ай эсендә генә 8 ау табылған. Асылыкүлдә законһыҙ рәүештә балыҡ тотоу осраҡтарына ҡаршы көрәш алып барыла. Дәүләкән районындағы һыу ятҡылығында тәбиғәт паркы инспекторҙары тарафынан даими рейдтар үтә. Тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған, хеҙмәткәрҙәр барлыҡ тейешле ҡорамалдар, тепловизор һәм төнгө күреү приборҙары менән тәьмин ителгән. Белгестәр билдәләүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда браконьерлыҡ осраҡтары ҡырҡа кәмегән, был, тәү сиратта, күл биләмәһенең контролгә алыныуына бәйле.



