Шаран районында Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды

Шаран районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды. Тантана «Шаран еләге» республика этник фестивале сиктәрендә үтте. Байрам йыр-моңға ла, емеш-еләккә лә, тарихи-патриотик сараларға ла бай булды. Тулыраҡ беҙҙең киләһе репортажда.

Ҡулында-тальян гармун, башында-түбәтәй. Скульптор Фән Вәлиәхмәтовты тамашасылар күреп өйрәнгән образда һынландырған. Таш һәйкәл ҡапыл ғына йәнләнер ҙә, гармуны өҙҙөрөп моң таратыр, үҙе бейеп китер һымаҡ. Майҙандағы тиҫтәләрсә оҫтаның гармун тауышына ҡушылып.

Фән Вәлиәхмәтов-Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, тамашасылар күңелендә халыҡсан моңо менән уйылып ҡалған сәхнә оҫтаһы. Ул халҡыбыҙҙың йыр-моң гәүһәрҙәрен, тальян гармунды популярлаштырыуға тос өлөш индерә. Гастролдәр менән республиканың ғына түгел, илдең бар төбәктәрен урап сыға.

Бәрәкәтле Шаран ерлеге билдәле шәхестәре, күп милләтле халҡы менән генә түгел, еләк плантациялары менән дә дан тота. Районда 50-нән ашыу шәхси эшҡыуар һәм 200-ләп шәхси хужалыҡ еләк үҫтереү менән шөғөлләнә, еләк майҙандары 230 гектарҙан күберәк, йыл һайын 500 тоннаға яҡын уңыш һатыуға сығарыла. Быйыл еләк айырыуса уңған, тик оҙайлы ямғырҙар уыштың тиҙ сереүенә килтерә, ти ярты быуаттан ашыу еләкселек менән шөғөлләнгән фермер Рим Капитонов.

«Шаран еләге» фестивале оҫталыҡ дәрестәренә лә, милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Бында быуындан-быуынға күсеп килгән боронғо йолалар, кәсептәр менән танышырға ла, концерт программаһын ҡарарға ла, сауҙа итеп аҡса эшләргә лә була.

Шаран еләге райондың бренды, шуға күрә лә был этник фестивалде лә төбәктәге төп мәҙәни сара тип атарға мөмкин. Ул хеҙмәт кешеһен, ғаилә ҡиммәтәрен данлауы менән дә әһәмиәтле. Еләк байрамына еләк юбилейын билдәләгән парҙар ҙа саҡырылған. Мөфтәховтар райондың абруйлы ғаиләләренең береһе, уларға рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырылды.

«Шаран еләге» республика фестивалендә маскировка селтәрҙәре үреү, блиндаж шәмдәре әҙерләү, дронға ҡаршы япмалар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Район махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау оҙатыу буйыныса ла әүҙем эш алып бара. Сөнки тылдағы тыныс, имен тормош өсөн беҙ алғы һыҙыҡтағыларға рәхмәтле һәм уларға бар яҡлап та таяныс булырға тырышабыҙ, ти шарандар.

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ