«Башҡортостан геройҙары» проекты ҡатнашыусылары икенсе уҡыу модулен башланы

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк булексәһендә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөн икенсе белем биреү модуле башланды. Программа Рәсәй Президенты башланғысында тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы. Проект махсус хәрби операция ветерандарына дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ республика предприятиелары һәм ойошмаларында лайыҡлы эш урыны биләү өсөн тейешле белем тупларға ярҙам итә.

Белем биреү модулендә ҡатнашыусылар һайлау алды кампаниялары һәм социаль ирекмәндәр тураһында мәғлүмәт алды. Тәжрибәле сәйәсмәндәр һәм эксперттар интерактив лекциялар һәм тренингтар үткәрҙе. Былар барыһы ла яңы белем эстәүселәргә киләсәктә үҙҙәре теләгән эш йүнәлешен һайлау мөмкинлеге бирә.

Тупланған белем модулдә ҡатнашыусыларға көндәлек эш форматында ла артабан үҫеү, киләсәк пландары һәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы этәргес булыр, тип ышанам.

Руслан Насретдинов, «Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитеты етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ