Бөгөндән мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде. ГОСТ буйынса, уҡыусыларҙың кейеме эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булырға тейеш. Шулай уҡ яңы документҡа ярашлы, мәктәп формаһында дәүләт һәм патриотик символика төшөрөргә тәҡдим ителә. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Башҡортостан мәктәптәренең ярайһы уҡ өлөшөндә ҡулланылған формаларҙың береһе. Туҡыма өлгөһө һынауҙарҙы яҡшы үтте. Рәсәйҙә 1 июлдән мәктәп формаһына ҡарата яңы ГОСТ ғәмәлгә инде. Әлбиттә, быға тиклем дә берҙәм техник талаптар була, әммә яңы документ тап «мәктәп формаһы» төшөнсәһен индереп, талаптар даирәһен киңәйтә.
Стандартлаштырыу һәм һынауҙар үҙәге туҡымалар етештереүҙә ҡулланылған химик матдәнең күрһәткестәрен дә тикшерә.
Уҡыусылар ваҡытының күп өлөшөн мәктәптә үткәрә, шуға күрә форма уңайлы ла булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек менән сифат та мөһим.
Рәсәй туҡымаларының барыһы ла сеймал базаһында уҡ «бала организмына хеүефһеҙ» тигән сертификатҡа эйә була. Был иһә тәү сиратта туҡыма аллергияға бирешеүсән балаларға хәүефһеҙ тигәнде аңлата. «Оптри» фабрикаһы 13 йылдан ашыу мәктәп формалары тегеү менән шөғөлләнә. Предприятие етәксеһе билдәләүенсә, ата-әсәләр йылдан-йыл тап сифатҡа нығыраҡ иғтибар итеп, балалары өсөн зауыҡлы форма һатып алырға тырыша.
Яңы документта һүҙ барлыҡ уҡыусыларҙың да мәктәпкә совет осорондағы кеүек бер төрлө костюмдарҙа һәм күлдәктәрҙә йөрөйәсәге тураһында бармай. ГОСТ мәктәп формаһының фасонын, дизайнын, төҫөн билдәләмәй, уларҙы һәр мәктәп үҙе һайларға хоҡуҡлы. Яңы стандарттарҙа төп баҫым сифатҡа һәм уңайлылыҡҡа яһала. Кейемдә дәүләт һәм илһөйәрлек символикалары ҡулланыу ҙа хуплана.
Йәйге каникулдың ҡыҙыу мәле барыуға ҡарамаҫтан, белем усаҡтары мәктәп формаһы тураһында хәстәрлек күрә башлаған да инде. Мәҫәлән, тегеү фабрикаһында Бәләбәй ҡалаһының 15-се мәктәбе өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан флагы тәҫтәрендәге шеврондар, малай-ҡыҙҙарға форма тегелә. Белгестәр мәктәп формаһын һатып алыуҙы августың һуңғы аҙналарына ҡалдырмай, әле үк һайлай башларға кәңәш итә.
Әлфинә Килдейәрова



