Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты. Өфөләге Көрәш һарайында билдәле спортсылар, йәш тренерҙар, һөнәри һәм һәүәҫкәр спорт федерациялары вәкилдәре, студенттар йыйылғайны. Спорт йәмәғәтселеге күтәргән көнүҙәк һорауҙар һәм осрашыуҙа яңғыраған мөһим ҡарарҙар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, шорт-трек буйынса олимпия чемпионы Семен Елистратов боҙҙа оҫта шыуғандай, Йәштәр форумында ла модератор булараҡ уңышлы сығыш яһаны. Спорт йондоҙҙары өсөн көтөп алынған осрашыу - йәш көстәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Республика етәксеһе спорт объекттары төҙөлөшө темптары һәм иҫәбе буйынса ла төбәктең ил кимәлендә алдынғы булыуын билдәләне.

Өфө юбилейына төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексын ғына алайыҡ, бөгөн улар тулы ҡеүәттә эшләй. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар ҡабул иткән яңы объекттар менән тотош ил ғорурлана. Еңел атлетика буйынса ябыҡ манеж һәм олимпия резервы училищеһы төҙөлөшө лә планлаштырылған.

Радий Хәбиров менән осрашыуға спортсылар, киберспортсылар, йәш тренерҙар, спорт клубтары вәкилдәре саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар араһында адаптив спортты үҫтереүселәр ҙә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында физик культура һәм спорт йүнәлештәре буйынса белем алыусылар ҙа бар. Һәр кем төбәк етәксеһенә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар, тәҡдимдәре менән мөрәжәғәт итә алды. Асыҡ һөйләшеү бер сәғәттән ашыу дауам итте.

Осрашыуҙа төбәктә тренерҙарға күрһәтелгән ярҙамы саралары ла телгә алынды. «Ауыл тренеры», «Ҡала тренеры» программалары уңышлы эшләй. Әлшәй районынан ауыр атлетика буйынса тренер Рифат Миңлейәров тәрбиәләнеүселәренең спорттағы ҡаҙаныштары менән таныштырып, күнекмәләр өсөн спорт залы төҙөлөшөндә ярҙам һораны. Үҫеп килгән быуын менән эштә спорттың тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ булыуы билдәләнде. Радий Хәбиров яңыраҡ ҡына еңел атлетика федерацияһы етәксеһе менән осрашып, төбәктә был спорт төрөн үҫтереү буйынса пландар ҡороуын да әйтеп үтте.

Спорт йәмәғәтселеге менән асыҡ диалог булдырыуға йүнәлтелгән форум бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Фехтование, хоккей, тау саңғыһы спорты, еңел һәм ауыр атлетика, компьютер спорты буйынса Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған замандаштарыбыҙға төбәк башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Көрәш һарайында уҙғарылған осрашыуҙа йәштәр төбәктә физик культура һәм спорт үҫешенә дә яңы энергия өҫтәне, мөһим тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә был өлкәне үҫтереү республика сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ