Яугирҙар өсөн «Сәләмәт киләсәк» онлайн-лекцияһы үтте

Йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында «Сәләмәт киләсәк» федераль проекты буйынса сираттағы онлайн-лекция үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы яугирҙарға медик-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы яугирҙарҙы йәмәғәт проекттарына йәлеп итеү, белемдәрен камиллаштырыу буйынса комплекслы эш алып бара. Бынан тыш, тыуған яҡтарына ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа, уларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуға ла ярҙам күрһәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ