Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған акцияла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ, дауалау препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерергә мөмкин. Республиканың ветеринария учреждениелары биләмәләрендә «Изгелек ҡумталары» ҡуйылған. Мәрхәмәтлек сараһы «Хайуандар донъяһын яҡлау» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Дәүләт ветеринария учреждениеларының адрестары ведомство сайтында бирелгән. Изге башланғысҡа бөгөндән үк ҡушылып, Курск өлкәһендә ҡарауһыҙ эт-бесәйҙәргә хәстәрлек күрһәтергә мөмкин. Ошондай уҡ гуманитар ярҙам йыйыу Башҡортостан биләмәһендәге приюттар өсөн дә даими уҙғарыла.



