Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский форумдағы күргәҙмә майҙансыҡтарын ҡараны. Съезды ойоштороусылар белдереүенсә, төрлө төбәктәрҙән йәш ғалимдар Өфөлә фәнни-популяр экскурсияларҙа булған. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ғалимдары 9 яңы маршрут әҙерләгән. Ҡунаҡтар гуманитар йүнәлеш һәм мәғлүмәт технологиялары менән танышҡан. Радий Хәбиров һәм Денис Секиринский фәнгә бағышланған экспозияины ҡараны. Бында 23 ғалим - президент һәм башҡа юғары премиялар лауреттары, Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре портреттары күрһәтелгән. Өфөлә йәш ғалимдар йыйыны өс көн дауам итә.




