Рәсәй фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Сикеринский шулай тип белдерҙе. Ул Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студент берләшмәләре советы съезында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны. - Башҡортостан үҙ йолалары һәм фәнни-технологик үҙенсәлеге менән дан тота. Республика ошо рейтингта алдынғы урындарҙы биләй. Фән, тенология һәм юғары белем үҫешенә бүлгән иғтибары өсөн Радий Хәбировҡа, Лилия Ғүмәроваға рәхмәт. "Тикшеренеүҙәр уҙғарыу мөхите" тигән айырым рейтинг бар. Бында ғалимдарға эшләү уңайлығы иҫәпкә алына. Рейтингта Башҡортостан 1-се урында, - тине Денис Сикеринский.
Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студент берләшмәләре советы съезы иртәгә лә дауам итә.




