Республика Башлығы бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студент берләшмәләре советы форумында шулай тип белдерҙе. - Башҡортостандың йәш фәнни берләшмәһе әүҙем үҫешә. Өфөлә һәләтле йәштәр йыйылды. Улар араһында беҙҙә ҡалырға теләүселәр булһа, шәхсән ярҙам итәсәкмен, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән фәнни-технологик үҫеш рейтингында алдынғы төбәктәр рәтенә инә. Республикала 4 мең ярымдан ашыу ғалим бар, уларҙың һәр бишенсеһе 29 йәшкә тиклемге йәш белгес.




