Республикала бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип хәбәр итте премьер-министр Андрей Назаров. Башҡортостан ауыл хужалығында әле 76 өҫтөнлөклө проект ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы 107 миллиард һум. Андрей Назаров билдәләүенсә, малсылыҡта яңы ҡорамалдар алыуға иғтибар бирелә. Һөт етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Шулай уҡ Бишбүләк районында сусҡа үрсетеү комплексы төҙөлә. Ҡошсолоҡ фабрикалары яңыртыла. Йомортҡа етештереүҙе ике тапҡырға арттырып, йылына 1 миллиард данаға еткереү планлаштырыла.




