Башҡортостанда плотиналар ремонтлана

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, республика ҡарамағында 27 гидротехник ҡоролма бар. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙың 25-ен ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. - Ҡоролмалар нығытыласаҡ, был эштәр авария хәүефен кәметеү мөмкинлеге бирә, быйыл ташҡын имен үтте, алдағы йылдарҙа ла ошоға ынтылырға кәрәк, тине министр. Башҡортостанда гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленде.

Фото №1 - Башҡортостанда плотиналар ремонтлана
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ