Башҡортостан йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезын ҡабул итә. Абруйлы форум өсөнсө тапҡыр ойошторола, тәүгеһе Түбәнге Новгородта, икенсеһе Владивостокта үткән. Бөгөн башланған Өфө съезында илдең төрлө субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сара уларҙың остаздары- билдәле ғалимдарҙы бергә туплауы, фәнни асыштар күргәҙмәһе ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне. Йәш ғалимдар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
«Торатау» конгресс холы бөгөн асыштар биләмәһенә әүерелгән. Фойелағы күргәҙмәлә илдең төрлө төбәктәренән килгән йәш ғалимдарҙың фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе менән танышырға мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетының икенсе курс студенты Нурислам Мөхәмәтуллиндың командаһы дрондарҙы асыҡлай торған, пилотһыҙ аппараттарҙың яҡынлашыуын хәбәр итә торған технология уйлап тапҡан
Фойела шулай уҡ Рәсәй президенты грантына һәм халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы премияға лайыҡ булған йәш ғалимдарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған. Ошонда уҡ данлыҡлы «Беҙҙең лаба» проектының ғилми асыштары урын алған. Был юлы улар 37 фәнни прибор тәҡдим итә. улар - камиллаштырылған микроскоп, термостат һәм биопринтер. Һуңғыһы күҙәнәктәрҙе һәм органдарҙы тергеҙеү һәләтенә эйә.
Хәҙер принтерҙа текст ҡына түгел, кешене органдарын да баҫырға мөмкин. Мәскәүҙең йәш ғалимдарын уйлап тапҡан биопринтерҙа ҡалҡан биҙен һәм ҡолаҡ ярыһын эшләргә була. Ҡалҡан биҙе өсөн сысҡандарҙың эмбриональ күҙәнәктәре ҡулланыла, ә ҡолаҡ ярыһы ныҡлы таҙартыу үткән коллагендан яһала. Биопринтерҙа баҫылған тәүге органдар пациенттарға ҡуйып ҡаралған һәм ыңғай һөҙөмтә биргән дә инде.
Йәш ғалимдарҙың Бөтә Рәсәй съезын тап Башҡортостан ҡабул итеүе осраҡлы түгел. Республика фән менән шөғөлләнгән йәштәргә булышлыҡ итеү буйынса алдынғы урынды биләй. Ә һуңғы дүрт йылда төбәктә фәнде үҫтереүгә 900 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Бөтә Рәсәй съезы йәш ғалимдар өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Сарала 60-тан ашыу тематик түңәрәк өҫтәл, фәнни лабораторялар, оҫталыҡ майҙансыҡтары эшләй. Йәштәр үҙ фәнни асыштары менән таныштыра, башҡаларҙың эштәре менән таныша. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Альбина Фәрхетдинова малсылыҡ өлкәһендә эшләй, уның фәнни тикшеренеүҙәре ошо тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән
Форум ҡунаҡтары билдәләүенсә, Башҡортостанда фән менән шөғлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы йәштәрҙе фәнгә йәлеп итә. Республикала эшләгән 4 мең ярым тирәһе ғалимдың һәр бишенсеһенә 30 йәш тә тулмаған. Халыҡ-ара кимәлдәге 4 лаборатория эшләй, республика бюджетынан аспиранттарға һәм фән кандидаттарына финанс ярҙам күрһәтелә.
Республика етәкселегенең фәнде үҫтереүгә иғтибары, йәш ғалимдар хаҡында хәстәрлеге үҙ һөҙөмтәһен бирә. Башҡортостан өс йыл рәттән фәнни-технологик үҫеш буйынса милли рейтингта тәүге 10 субъект исемлегенә инә. Өфөләге Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашҡан йәш ғалимдар фекеренсә, был сара ла яңы асыштарға нигеҙ һала, фәнни эҙләнеүҙәргә этәрә. Сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап үҫешеп булмай.
Рәмзиә Кәримова




