Башҡортостанда ВУЗ-ара кампус төҙөлөшө фәнни инфраструктура үҫешенә ҡеүәт бирә

Был турала Рәсәй фән һәм юғары белем министрыурынбаҫары Денис Секиринский белдерҙе. Ул Өфөлә йәш ғалимдар һәм студент фәнни берләшмәләре советы съезында ҡатнашты. - Фән өсөн тотороҡлоҡ һәм эҙмә-эҙлеклек кәрәк. Тикшеренеүҙәр өлкәһендә 700 меңгә яҡын кеше, эшләй, 4 меңдән ашыу ойошма бар, тине Денис Секиринский. Өфөлә йәш ғалимдар йыйыны бөгөн дауам итә. Рәсәйҙә заманса кампустар Владимир Путин ҡушыуы буйынса  булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус төҙөлөргә тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда  ВУЗ-ара  кампус төҙөлөшө фәнни инфраструктура үҫешенә ҡеүәт бирә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ