Өфөлә Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советы съезы барышында яңы асыштар менән танышырға була. “Торатау” конгресс холында ойошторолған күргәҙмәлә илдең төрлө төбәктәренән килгән йәш ғалимдарҙың фәнни тикшеренеүҙәре тәҡдим ителгән. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары яңы технология уйлап тапҡан. “Был ҡоролма дрондарҙы асыҡлай, пилотһыҙ аппараттарҙың яҡынлашыуын хәбәр итә”, - ти икенсе курс студенты Нурислам Мөхәмәтуллин .
Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Альбина Фәрхетдинова малсылыҡ өлкәһендә эшләй. Уның эҙләнеүҙәре һәм асыштары ошо тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар съезында 1 мең 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Бында фекер алышыу өсөн 50-нән ашыу тематик майҙансыҡ булдырылған.




