Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар йөк оҙатып барҙы. Луганск ҡалаһында ул хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Яна Пащенко менән осрашты. - Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды. Өфө тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙер. Луганск өсөн бөгөн үк әһәмиәтле булған проекттарға ярҙам итәсәкбеҙ, тип яҙа Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә.




